24.10.2019
3436
Бик күптәрҙең үҙ эшен асыу тураһында уйланғаны бар, әммә ҡағиҙә булараҡ башланғыс капитал булмағанлыҡтан был хыялдар йыш ҡына юҡҡа сыға. Төп хата тап ошонда – сөнки беҙҙең илдә хатта эшһеҙ ҡалғандар ҙа үҙ бизнесын булдырыу мөмкинлегенә эйә. Бөгөнгө көнгә кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса бик күп дәүләт программалары эшләй. Шулай уҡ Мәшғүллек үҙәге субсидияларына ла үҙ эшеңде башлап була.
Эшһеҙ ҡалған граждандарға үҙ эшен башлау өсөн дәүләт тарафынан бер тапҡыр аҡсалата ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ дәүләт регистрацияһы үтеү өсөн документтарҙы әҙерләүгә лә (дәүләт пошлинаһын түләүгә, мисәт һәм штамптарҙы әҙерләү буйынса сығымдарҙы ҡаплауға) ярҙам бар.
Бер тапҡыр бирелә торған был дәүләт ярҙамына эшһеҙ тип танылған, мәшғүллек хеҙмәттәре органдары йүнәлтмәһе буйынса өҫтәмә профессиональ белем алған һәм юридик шәхес, шәхси эшҡыуар йә крәҫтиән (фермер) булараҡ теркәлгән граждандар дәғүәт итә ала.
2019 йылда эшҡыуарлыҡты алып барыуға тәғәйенләнгән бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙамдың күләме 96 мең һум тәшкил итә. Ул түбәндәге шарттарға ярашлы күрһәтелә:
1. Финанс ярҙамды алыуға ғариза тапшырған көнгә граждандың бәлиғ булыуы – 18 йәше тулыуы;
2. Эшһеҙ булып теркәлгән көнгә ҡәҙәр 12 ай эсендә шәхси эшҡыуар сифатында дәүләт теркәүе булмауы;
3. Документтарҙың теүәл булыуы һәм Мәшғүллек үҙәгенең талаптарына тура килеүе:
а) Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн финанс ярҙам алыуға ғариза;
б) Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең бизнес-планы;
в) Юридик шәхес булараҡ теркәлгән осраҡта – ойошма уставының проекты;
г) Мәшғүллек үҙәгенең һығымтаһы.
4. Бизнес-планды тикшереү буйынса комиссияның эшҡыуарлыҡты алып барыу буйынса тәҡдимдәре күрһәтелгән һығымтаһы;
5. Дәүләттең ярҙам күрһәтеү өсөн мөмкинлеге булыуы.
2019 йылда Өфө ҡалаһының Мәшғүллек үҙәгенең Ленин районы филиалы тарафынан бизнес-пландарҙы тикшереү буйынса 3 ултырыш уҙған. Унда 4 бизнес-план ҡаралған һәм бөтәһе лә хупланған. Аҡсалата ярҙам бөҙрәхана, төҙөлөш һәм ҡорамалдарҙы ҡуртымға биреү буйынса ойошмалар, кейем тегеү буйынса ателье асыуға бүленгән.
Өфө ҡалаһының Мәшғүллек үҙәге Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү ҡала фонды менән берлектә «Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең нигеҙҙәре» тип аталған бушлай курстар ойоштора. Теләге булғандар барыһы ла Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары 47/1 адресы буйынса 23 кабинетҡа саҡырыла. 8 (347) 251-14-83 телефон һандары буйынса һәм 16-сы кабинетта теркәлергә мөмкин.