22.10.2019
1326
18-21 октябрҙә Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса беренселек уҙҙы. Ул республикабыҙҙың 100 йыллығына арнап ойошторолдо. Ярыш «Башҡортостан» үҙәк шашка клубында үткәрелде.
Баймаҡ, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфөнән 14-16, 11-13, 9-10 йәштәрҙәге һәм 8 йәшкә тиклемге 96 спортсы турнирҙа еңеү өсөн тиҙ, үтә тиҙ йөрөшлө һәм классик программала көс һынашты. Ҡатнашыусылар араһында – өлкәндәр һәм йәштәр араһында милли йыйылма команда ағзаһы Тамерлан Әхмәров, Европа беренселегенең еңеүселәре Айгиза Мөхәмәтйәнова менән Адель Ғәзизова булды.
Ярыш бик көсөргәнешле үтте. Ни тиһәң дә, 2020 йылда Сочи ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғы уйнатылды бит. Турнирҙа призлы урын яулағандар унда юллана аласаҡ. Ә 4 һәм 5 урынға эйә булған спортсылар уларҙы алмаштыра аласаҡ.