15.10.2019
831
14 октябрь 102 –се башҡорт гимназияһында “Илһам” нәфис һүҙ һөйләү оҫталары конкурсы үтте. Конкурстың маҡсаты – талантлы балаларҙы асыҡлау, туған телгә һөйөү тәрбиәләү, балаларҙа тасуири уҡыу күнекмәләрен, сәхнә оҫталығын үҫтереү. “Илһам” ҡала шиғыр һөйләүселәр конкурсы 2006 йылдан уҙғарыла. Ҡыуанысҡа күрә, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны, сығыштарҙың сифаты арта. Быйылғы йылда 150 яҡын уҡыусы шиғыр һөйләү оҫталыҡтарын һынап ҡараны. Конкурсанттар тиҫтерҙәрен башҡорт, рус, татар телдәрендә матур шиғри әҫәр өлгөләре менән таныштырҙылар. Ата-әсәләрҙең үҙ балаларының сығыштарын ҡарарға килеүе лә сараға йәм өҫтәне. Тыуған ергә, ата-әсәләренә булған һөйөү, ғорурлыҡ хисе улар күңелендә бер ҡасан да һүнмәһен ине. Ә инде район кимәлендә тик беренсе урын алған уҡыусылар үҙ көстәрен һынаясаҡтар.