Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тантаналарҙа ҡатнашты

19 октябрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тантаналарҙа ҡатнашты.

19 октябрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тантаналарҙа ҡатнашты. Әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, ейәне Тимербулат Кәримов, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре,  Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан рәсми вәкилдәр, Рәсәй яҙыусылар союзы, Татарстан, Дағстан, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы яҙыусылар союзы вәкилдәре, республика ижадсылары, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре,  Мостай Кәрим ижадын яратыусы ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары шағирҙың һәйкәленә сәскәләр һалды, уның әҫәрҙәрен яттан һөйләне.

–        Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләгән көндәрҙә бында уны яратҡан, уның тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлаған һәм халҡыбыҙҙың шундай улы булыуы менән ихлас ғорурланған кешеләр йыйылды, – тине Радий Хәбиров. – Мостай Кәрим – һалдат. Ул һуғыш юлын үтә, ҡаты яралана, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас йәнә сафҡа баҫа.  Мостай Кәрим беҙҙең өсөн тыныслыҡ һаҡсыһы. Ул дуҫлыҡ һәм берҙәмлекте нығытыу өсөн күп көс һалған ижадсы. Мостай Кәрим миллионлаған кеше өсөн остаз һәм әхләҡ өлгөһө. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Сөнки ул Рәсәйгә, донъяға Башҡортостанды, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм йолаларын танытҡан шәхес. Беҙҙең бурыс – унан өлгө алып йәшәү, үлемһеҙ ижади менән үҙебеҙҙе байытыу.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы рәсми сайтынан.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA