Өфөлә Мостай Кәримгә бюст асылды

18 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейын байрам итеү сиктәрендә Башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө корпусында тантаналы сара үтте. Танылған шағир иҫтәлегенә бюст һәм аудитория асылды.

Тантанала шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, ейәне Тимербулат Кәримов һәм төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән килгән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Сарала бөйөк шағирҙың шиғырҙары яңғыраны, уны иҫкә алып ҡунаҡтар хәтирәләре менән бүлеште һәм университеттың «Ҡорос» ижади коллективы спектаклдән өҙөк менән сығыш яһаны. Сара аҙағында «Минең Мостай» конкурсында еңеүселәргә премия тапшырыу тантанаһы үтте.

Бюстың авторы – СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, скульптор Юрий Солдатов.

Мостай Кәрим исемендәге яңы аудитория мультимедиа уҡытыу ысулдары һәм заманса демонстрация стенды менән йыһазландырылған. Унда күренекле яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар һәм фәнни-ғәмәли конференция, семинарҙар, мәҙәни саралар үткәреү планлаштырыла.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA