Байрам көндәрендә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк

Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә төрлө саралар үткәрелә.

Байрам көндәрендә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк

Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә төрлө саралар үткәрелә. Шулай итеп, 7 октябрҙән алып 11 октябргә тиклем баш ҡалала мәҙәни, спорт, хәйриә һәм башҡа саралар ойошторола. Атап әйткәндә, 11 һәм 12 октябрь көндәрендә Өфөнөң баш майҙансыҡтарында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Йәрминкәләрҙә төп продукцияларға хаҡ түбән булыуы көтөлә.

Республика етештереүселәренең сифатлы яңы продукцияһын түбәндәге майҙансыҡтарҙа һатып алырға була:

-Дим биҫтәһенең Правда урамында;

- Интернационал һәм Машиностроитель урамдары киҫелешендә;

- Мушников һәм Баландин урамдары киҫелешендә;

- Затон биҫтәһенең «Тулҡын» скверы алдындағы майҙансыҡта;

- Рабкоров урамының 3, 5, 7 һанлы йорттар ҡаршыһындағы майҙансыҡта;

- Спорт һарайы алдындағы майҙанда;

- Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда;

- Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.

Йәрминкәләрҙә ауыл хужалығы продукцияһынан тыш халыҡ кәсептәре тауарҙары - кейеҙҙән, ағастан эшләнгән әйберҙәр, сувенирҙар, үлән, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһы, тәҡдим ителәсәк.

Йәрминкәләрҙә ҡатнашырға һатыуҙа айырым шарттар талап итмәгән ауыл хужалығы һәм бал етештереүселәр саҡырыла.

Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10.00-дан киске сәғәт 16.00 тиклем эшләйәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA