Өфөлә Республика көнөнә арналған байрам саралары үтәсәк

Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә 29 йыл тулыуы айҡанлы Өфөлә байрам саралары үтәсәк.

Өфөлә Республика көнөнә арналған байрам саралары үтәсәк

Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә 29 йыл тулыуы айҡанлы Өфөлә байрам саралары үтәсәк.

10 октябрҙә тамашасыларҙы Ҡала мәҙәниәт һарайы һәм Өфө балалар филармонияһы байрам концертына саҡыра.

Шулай уҡ 10 октябрҙә «Торатау» конгресс-холлында Башҡортостандың милли мәҙәниәт фестивале үтәсәк. Унда иң яҡшы ижади коллективтар үҙҙәренең вокал, хор, шиғри, инструменталь һәм хореография сығыштарын тәҡдим итәсәк. Йәш тамашасы театрында ҡунаҡтарға Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған «Изгелек теләү» исемле әҙәби-музыкаль сара ойошторола.

11 октябрь көндө Өфөлә әһәмиәтле һәм мөһим саралар үткәреү өсөн байтаҡ майҙандар билдәләнгән. Атап әйкәндә, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда, «Торатау» конгресс-холлы артындағы амфитеатрҙа һәм баш ҡала райондарының барлыҡ мәҙәниәт һәм ял парктарында байрам программалары ҡаралған.

Мәҫәлән, Өфө ҡала планетарийында «Беренсе республика» фильмын күрһәтеү ойошторолһа, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк. Бынан тыш, «Ватан»  этно-паркы майҙанында республиканың 100 йыллығына арналған «Рәсәй Федерацияһының ҡораллы көстәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеү – һинең теләк!» исемле мәғлүмәти – агитацион акция уҙасаҡ.

Акция сиктәрендә хәрби һәм махсус техника күргәҙмәһе, күрһәтмә сығыштар ойоштороласаҡ. Тамашасыларҙы «һалдат бутҡаһы» менән һыйлау ҡаралған.

Артабан баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Дәрүиш хан» төркөмө, Сергей Приказчиков һәм Elvin Grey сығыш яһаясаҡ. Концерт киске сәғәт 20.30 фейерверк һәм лазерлы тамаша менән тамамланасаҡ.

Билдәләп үтәбеҙ, байрам саралары ғәҙәттәгесә Өфөнөң барлыҡ  мәҙәниәт йорттарында, балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәрендә, үҫмерҙәр клубтары, белем биреү учреждениеларында үтәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA