29.09.2019
478
123-сө лицей уҡытыусы-логопедтары Гадиева Эльвира Дамил ҡыҙы менән Гопта Вәлиә Салауат ҡыҙы “Дәрескә – бергә” федераль проект сиктәрендә үткән “Иң яҡшы инклюзив тәжрибә” фестивалендә ҡатнашты. Конкурстың маҡсаттары булып инклюзив һәм инвалид балаларға белем биреүҙә яҡшы методикаларҙы асыу тора. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Эльвира Дамил ҡыҙы менән Вәлиә Салауат ҡыҙы “Башланғыс, төп, урта белем биреү өлкәһендә иң яҡшы инклюзив тәжрибә” номинацияһында еңеүселәр дипломы менән бүләкләнде.