10 сентябрҙә Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса көҙгө санитар таҙартыу буйынса айлыҡ башланды. Ул 14 октябрға тиклем дауам итәсәк.
Экологик көҙгө айлыҡ сиктәрендә ике дөйөм ҡала өмәләрен үткәреү планлаштырылған. Шуларҙың беренсеһе 21 сентябрҙә үтте.
Икенсе дөйөм ҡала өмәләре был шәмбе көндө – 5 октябрҙа уҙғарыласаҡ. Унда барлыҡ теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Бынан тыш, был көндө ижтимағи киңлектәрҙе, ихаталарҙы, белем биреү учреждениелары, предприятиелар һәм ойошмалар биләмәләрен йәшелләндереү буйынса «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы уҙасаҡ. Акция уҙғарылған көндө ағастар ултыртыу планлаштырыла.
Өмәлә ҡатнашыусылар ҡала биләмәләрен сүп-сарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан таҙартасаҡтар, яр буйҙарын, парктарҙы, скверҙарҙы, ихаталарҙы, газондарҙы тәртипкә килтерәсәктәр.
Предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар һәм бөтә милекселек формаһы етәкселәргә тирә-яҡ биләмәләрҙе тейешле хәлгә килтереү кәңәш ителә.
Төп эштәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр иңенә төшөүенә ҡарамаҫтан, ҡаланың һәр кешеһе төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Ҡала тормошона битараф булмағандарҙы көҙгө төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашырға саҡырабыҙ.