«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Конкурста юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар, шулай уҡ студенттар ҡатнаша ала. Башҡорт йәки татар телендә йырлау мотлаҡ.

Ҡатнашыусылар «Иҙел» фестивале лауреаты исемен алыу өсөн «Башҡорт халыҡ йыры», «Татар халыҡ йыры», «Автор-башҡарыусы», «Башҡорт эстрада йыры», «Татар эстрада йыры», «Академик йыр», «Балалар номинацияһы» номинацияларында көс һынаша.

Проекттың координаторы Диана Байтурина хәбәр итеүенсә, ойоштороу комитетына Рәсәй төбәктәренән, шул иҫәптән Ҡырым Республикаһынан, Азербайжандан, Ҡытайҙан ғаризалар килгән дә инде.

Конкурстың өсөнсө туры 15 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Икенсе көндө ошонда уҡ танылған артистар һәм фестиваль еңеүселәре ҡатнашлығында гала-концерт була.

Быйыл конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү 31 октябрҙә тамамлана.Тулыраҡ мәғлүмәтте idel-festival.ru сайтында, шулай уҡ vk.com/idelfestival төркөмөндә табырға мөмкин. Ғариза ебәреү һәм ҡыҙыҡһындырған һорау биреү өсөн электрон адрес: idelfestival@gmail.com.

 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA