Өфөлә санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса көҙгө айлыҡ осоронда Черкассы ҡасабаһында урынлашҡан полигон торлаҡ ойошмаларҙан килгән ҡаты коммуналь сүп-сарҙы бушлай ҡабул итә. Шулай уҡ полигонға сүп-сарҙы, япраҡ, ботаҡтарҙы ҡала өмәләре үткәрелгән көндәрҙә бушлай алып барыу сикләнмәгән.
Санитар таҙартыу айлығы сиктәрендә полигонда 13 берәмек техника йәлеп ителгән, атап әйткәндә, 9 бульдозер, 1 каток, 1 экскаватор, 2 самосвал.
Мәҫәлән, 21 сентябрҙә, тәүге көҙгө өмә үткән көндө, полигонға 301 махсус техника 3 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар килтергән.
Өфөлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр менән МУП «Спецавтохозяйство» эш алып бара. Был предприятие төбәк оператор булараҡ Өфө ҡалаһынан башҡа 14 муниципаль райондарҙы хеҙмәтләндерә.