17.09.2019
893
Баш ҡаланың Ленин районын таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса эштәр туҡталышһыҙ алып барыла. Ә көҙ етеү менән мәшәҡәттәр тағы ла артты ғына.
Махсус техникалар тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы бысраҡтан һәм саңдан таҙарта. «Ленин районының төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте» ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре үләндәрҙе саба һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡыҫҡарта. Һуңғы көндә генә 34 мең квадрат метр майҙанда үлән сабылған. Козарез ҡасабаһы юлдарын, Ветошников урамын тигеҙләү, Халыҡтар Дуҫлығы проспектын, күперҙәрҙе һәм юл киҫелештәрен таҙартыу дауам итә. «Горзеленхоз» предприятиеһы Тарлауыҡ, Токарная урамындарында, 2-се юл киҫелешендә үләндәрҙе сапҡан, Ленин һәм Мостай Кәрим урамдарында газондарҙы һәм тротуарҙарҙы ҡоро япраҡтан таҙартҡан.
УКМ кесе коммуналь машиналар ҡаланың үҙәгендәге тротуарҙарҙы таҙартыуҙы тамамлаған. Шулай уҡ графикка ярашлы суп-сарҙы һәм киҫелгән ботаҡтарҙы сығарыу дауам итә. Әлеге ваҡытҡа Ленин, Киров һәм Мостай Кәрим урамдарынан 48 кубометр ботаҡ һәм ҡоро япраҡ, 56 кубометр сүп-сар сығарылған. Был эштәргә 45 берәмек махсус техника һәм 31 кеше йәлеп ителгән.
Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: урамдарыбыҙҙың һәм ихаталарыбыҙҙың таҙалығы үҙебеҙгә бәйле. Коммуналь хеҙмәттәр көн һайын тәүлек әйләнәһенә урындағы халыҡты һәр иртә таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән ҡала ҡаршылаһын өсөн тырыша. Әммә йыш ҡына күп ҡатлы йорт янындағы газондарҙа, балалар майҙансыҡтары һәм парковка урындарында тәмәке төпсөктәренән, пакеттарҙан, шешәләрҙән һәм бик күп башҡа әйберҙәрҙән тау ҙурлыҡ сүп-сар өйөмдәре хасил була. Әгәр ҙә уларҙы ваҡытында сүп-сар һауыттарына һелтәп барһаҡ – ҡалабыҙ таҙараҡ, күңелебеҙ яҡтыраҡ буласаҡ.