Роботтар һәм соробан методикаһы: 2-се лицейҙа «Асыҡ мәктәп» оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.

Уҙған ял көндәрендә 2-се башҡорт лицейында уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте. Был сараны «Асыҡ мәктәп» мәғариф сифатын бойондороҡһоҙ баһалау агентлығы ойошторҙо.
Уҙған ял көндәрендә 2-се башҡорт лицейында уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте. Был сараны «Асыҡ мәктәп» мәғариф сифатын бойондороҡһоҙ баһалау агентлығы ойошторҙо. Оҫталыҡ дәрестәренә Ленин районынан 150-нән ашыу бала йыйылды. Уҡытыусылар 9 һәм 11 класс уҡыусылар өсөн математика, физика, информатика предметтарынан оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Уларҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлектә булған төп хаталар тикшерелде. Шулай уҡ 1-4 класс балалары өсөн менталь арифметика, тиҙ уҡыу, робот техникаһы, сатраш уйыны һәм Scratch программаһы буйынса өҫтәмә дәрестәр ойошторолдо. Педагогтар барыһына ла робот конструкторҙарының мөмкинлеген күрһәтте, сатраш уйынының нигеҙҙәрен төшөндөрҙө, соробан методикаһы ярҙамында иҫәп-хисап яһарға өйрәтте. Ата-әсәләргә мәктәп программаһы менән бәйләнештең әһәмиәте төшөндөрөлдө, сөнки тап өҫтәмә белем биреү балаларҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай ала. Мәғарифтың сифатын баһалау буйынса Евразия ассоциацияһы ағзаһы, «Асыҡ мәктәп» етәксеһе Рәмил Абзалимов фекеренсә, тап ошондай мәктәп программалары балаларҙың белемгә ҡыҙыҡһыныуын арттыра һәм һөҙөмтә булараҡ уларҙың баһаларын яҡшырта ала.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
bwslot168 bwslot168 rtp slot rp8888 slot777 rp888 login keris4d rp8888 rtp slot bwslot168 bwslot168 keris4d keris4d rp888 muara777 rp8888 keris4d andara88 rp8888 rp888 slot777 slot777 slot777 rp8888 rp8888 rp8888 andara99 rp888 rp8888 slot777 rp888 roket303 rp888 rp888 rp888 rp888 slot777 rp888 slot88 rp888 kingdomtoto royaltoto sultantoto direkturtoto rp888 rp888 slot88