12.09.2019
883
Көҙ етеү менән районыбыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарының эш графигы көндән-көн тығыҙыраҡ була бара. Ни тиһәң дә, ҡышҡа тиклем бик күпкә өлгөрөргә кәрәк. Урамдарыбыҙҙағы, ихаталарыбыҙҙағы таҙалыҡ һәм тәртип – бик күп кешеләрҙең көндәлек һәм тәүлек әйләнәһе хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Үткән тәүлек тә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсәндәре өсөн бик тығыҙ булды. Әлеге мәлдә районда 32 берәмек махсус техника һәм 26 эшсе йәлеп ителгән. Улар урамдарҙы йыуыу һәм һепереү эштәрен башҡара, тротуарҙарҙы таҙарта, ағастарҙы һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы киҫә, үләндәрҙе тигеҙләй. Көҙ етеү менән ҡойолған япраҡтарҙы ла даими таҙартып торорға кәрәк бит әле.
Күптән түгел «Вихрь» һепереү-таҙартыу машиналары Ленин районының үҙәк урамын таҙартып сығарҙы, ә «Unimog» машиналары Халыҡтар Дуҫлығы проспекты тирәһендә эшләй. Ошонда уҡ тротуарҙарҙы һеперәләр. Нижегородка биҫтәһендә эшселәр урамдарҙа соҡорҙарҙы ямау эшенә йәлеп ителгән. Грейдерҙар ярҙамында Козарез ҡасабаһы юлдарын һәм Ветошников урамын тигеҙләү башҡарыла. «Горзеленхоз» ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре Революция һәм Мостай Кәрим урамдарында ағастарҙы ҡыҫҡарта. Сүп-сарҙарҙы йыйыу һәм ташыу бурысы ла ваҡытында үтәлә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 сентябрҙән баш ҡалабыҙҙа санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ башланды. Дөйөм ҡала өмәләре 21 сентябрҙә һәм 5 октябрҙә үтәсәк. Ленин районы хакимиәте барыһын да был ҙур саранан ситтә ҡалмаҫҡа һәм ҡалабыҙҙы таҙартыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра.