11.09.2019
1608
Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика маҡсатлы программаһына ярашлы, Өфө ҡалаһының Ленин районында подъездарҙы капиталь төҙөкләндереү дауам итә. Быйыл башланған был сара 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ.
Баш ҡалала бөтәһе 444 күп фатирлы йортта 1 288 подъезды ремонтлау планлаштырыла. Мәҫәлән, Гоголь урамында урынлашҡан 80-се йортта эштәр аҙағына ла яҡынлаша. Әле төҙөүселәр түбәләрҙе һәм стеналарҙы грунтлау өҫтөндә тырыша, һуңынан шпаклевкалау һәм буяу эштәре башҡарыласаҡ. Уларҙың ышандырыуынса, эштәрҙең төп өлөшө тамамланған тиерлек, аҡлама эштәргә генә тотонорға ҡалған. Уныһын төҙөүселәр яҡынса бер аҙнанан башлаясаҡ.
Әлегә был йорттоң ремонт планлаштырылған һуңғы ике подъезын төҙөкләндереү тамамлана. «Әлбиттә, эш еңелдән түгел, ни тиһәң дә йорт иҫке, күптән ремонт та башҡарылмаған. Шуға ла түбәләрҙе һәм стеналарҙы иҫке буяуҙан һәм штукатурканан таҙартыуға күп ваҡыт талап ителде. Әммә эшебеҙҙе сифатлы башҡарабыҙ, шуға ла йорт хужаларының ҡәнәғәт ҡаласағына тулыһынса ышанабыҙ», – тип белдерә төҙөүселәр.
Ленин урамындағы 59-сы йорттоң подъезында ла төҙөлөш эштәрен йомғаҡлауға күп ҡалмаған. «Бында иртәнге сәғәт 8-ҙҙән киске 8-гә тиклем тырышабыҙ. Бер көн эсендә бер этажда эштәрҙе башҡарып сығабыҙ», – тиҙәр төҙөүселәр. Уларҙың һүҙҙәренә ярашлы, тулыһынса эштәрҙе тамамлауға яҡынса ике аҙна ваҡыт кәрәк буласаҡ.
Был маҡсатлы республика программаһына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙың подъездарында иҙәндәр яңыртыласаҡ, түбәләрҙе һәм стеналарҙы буяу эштәре башҡарыласаҡ, тәҙрә быялалары, почта йәшниктәре, электр сымдары алмаштырыласаҡ. Проект алты йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ. Подъезды программаға индереү өсөн йортта йәшәүселәргә дөйөм йыйылыш үткәрергә, протокол төҙөргә һәм уны урындағы хакимиәткә йүнәлтергә кәрәк. Һорауҙар тыуған осраҡта башҡарылған эштәрҙең сифаты һәм ваҡыты өсөн яуаплы булған Капиталь төҙөлөш буйынса төбәк операторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уның «Ҡыҙыу линия» телефоны – 216-49-11.