Өфөлә көҙгө санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ башлана

Өфө ҡалаһында тышҡы ҡиәфәткә, биләмәләрҙең йыйыулы һәм төҙөкләндерелгән тороуҙарына ҙур иғтибар бүленә, һәм уңайлы йәшәү өсөн ҡалала тейешле шарттар булдырыла.

Ҡала территорияһын санитар таҙартыу буйынса айлыҡ 10 сентябрҙә башланып 14 октябргә тиклем дауам итәсәк. Өфөлә 21 сентябрҙә һәм 5 октябрҙә санитар өмәләр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ 21 сентябрҙә таҙалыҡ көнө сиктәрендә «Сделаем!» экологик акцияһы үтәсәк.

Предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар һәм бөтә милекселек формаһы етәкселәргә тирә-яҡ биләмәләрҙе тейешле хәлгә килтереү кәңәш ителә.

Төп эштәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр иңенә төшөүенә ҡарамаҫтан, ҡаланың һәр кешеһе төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Шулай уҡ өмәләр һәм санитар йомалар үҫеп килгән быуынға үҙенең тыуған төйәгенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә ярҙам итә.

Ҡала тормошона битараф булмағандарҙы көҙгө төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA