Өлфәт Мостафин 172-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе

8 сентябрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Берҙәм тауыш биреү көнөндә ҡатнашты.

8 сентябрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Берҙәм тауыш биреү көнөндә ҡатнашты. Ул Өфөнөң Ленин районында Башҡортостан Республикаһы профсоюздары  Федерацияһында урынлашҡан 172-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

Киң мәғлүмәт сараларының һорауҙарына яуап биреп, Өлфәт Мостафин бөгөнгө көндөң мөһимлеген билдәләп үтте һәм республиканың, уның баш ҡалаһының киләсәге дөрөҫ һайлауға бәйле, тип асыҡланы.

Бөгөн халыҡ Башҡортостан Республикаһының Башлығын һайлай. Бынан тыш, 9-сы һанлы Ҡояшлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына алтынсы саҡырылыш депутаттарын һәм 8-се, 14-се һайлау округы буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округы Советына депутаттарын һайлаясаҡтар.  

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA