Өфөлә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә музыкаль опен-эйр булып үтте

5 сентябрҙә Өфө ҡалаһының «Мотор төҙөүселәр» мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә музыкаль опен-эйр үтте.  Сараны Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәте ойошторҙо.

5 сентябрҙә Өфө ҡалаһының «Мотор төҙөүселәр» мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә музыкаль опен-эйр үтте.  Сараны Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәте ойошторҙо.

Музыкаль сарала Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин булды.

Сара сиктәрендә төрлө йәштәге ҡала халҡы өсөн төрлө йүнәлештәге зоналар эшләне. Мәҫәлән, «Өфө - йәштәр» майҙансығында бер нисә зона ойоштороған ине: эҙәрмәндәр отрядтары, хәрби-патриотик клубтарҙың презентациялары, волонтерҙар зонаһы, йәштәр субкультураһы зонаһы – косплей, бейеү, һүрәт төшөрөү буйынса мастер-класстар, уйын зонаһы һәм башҡалар.

«Өфө – спорт» майҙансығында барлыҡ теләүселәр ҙә республиканың алдынғы спортсылары, Өфө спорт мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәрҙең күрһәтмә сығыштарын ҡарай, мастер-класстарҙа ҡатнаша алдылар. «Өфө – йәдкәр», «Өфө – сәскәле» зоналарында киң ассортиментлы продукциялар менән килеүселәрҙе һөйөндөрҙөләр.  

Һуңынан ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн республиканың әйҙәүсе коллективтары сығыш яһаны, улар араһында «Арғымаҡ» һәм «Премьер» төрөкөмдәре булды. Байрамдың төп ҡунағы – Рәсәй эстрадаһы йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисты Валерий Меладзе булды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー