03.09.2019
1212
Йыл һайын 3 сентябрь Рәсәйҙә Терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле дата 2005 йылда «Рәсәйҙең хәрби даны көндәре» Федераль законы нигеҙендә барлыҡҡа килде һәм Беслан ҡалаһындағы трагик ваҡиғаларға бәйле. Хәтерегеҙҙәлер, ҡораллы боевиктарҙың мәктәпкә һөжүме һөҙөмтәһендә өс йөҙҙән ашыу кеше, шул иҫәптән 186 бала һәләк булғайны. Бөгөн, террористик акттарҙың ҡорбандарын, шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен иҫкә алып, Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте идаралығында иҫтәлекле саралар үтте. Унда Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов та ҡатнашты. Митинг бер минутҡа тын ҡалыу, «Рәсәйҙе һаҡлап һәләк булғандарға» обелискына гөлләмәләр һалыу һәм тантаналы залптан башланды. Ҡатнашыусылар алдында хәрби бәрелештәр ветерандары сығыш яһаны. 2 – 5 сентябрҙә Өфө ҡалаһының китапханаларында һәм мәҙәниәт йорттарында ошо датаға арналған кинофильмдар күрһәтелә һәм әңгәмәләр ойошторола. Мәктәптәрҙә класс сәғәттәре, дәрестәр, һүрәт төшөрөү конкурстары, спорт саралары үтә. Мәсет һәм ғибәҙәтханаларҙа терроризм ҡорбандары, террорсыларға ҡаршы көрәштә һәләк булған хәрбиҙәр иҫкә алына һәм уларға арнап доғалар ҡылына.