Радий Хәбиров Өфө парктарында алып барылған төҙөкләндереү эштәре менән танышты

1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге парктарҙы яңыртыу барышы менән танышты.

1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге парктарҙы яңыртыу барышы менән танышты. Сарала шулай уҡ Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин да ҡатнашты.

Калинин районында төбәк етәксеһе «Беренсе Май» ял һәм мәҙәниәт паркын ҡараны. Ул 11 га майҙанда урынлашҡан. Биләмәне яңыртыу проекты ике этаптан тора. Беренсеһе – күлде таҙартыу һәм тәрәнәйтеү, тирә-яғын төҙөкләндереү. Күл янында амфитеатр һәм концерт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.

Икенсе этапта спорт, күңел асыу зонаһы булдырыу күҙаллана. Ул балалар өсөн уйын майҙансыҡтарын, аттаркцион , хоккей коробкаһын, скейт-парк һәм башҡа объекттарҙы үҙ эсенә ала.

Калинин районы хакимиәте башлығы  Сергей Кожевников әйтеүенсә, был биләмә ҡала халҡының яратҡан урыны. Был микрорайонда 208 мең кеше йәшәй. Парктан алыҫ түгел ЗАГС бүлеге урынлашҡан. Шуға ла бында Туй аллеяһы булдырыу күҙаллана.

Реконструкцияның беренсе этабы 2019 йылдың ноябренә тамамлана. Тулыһынса яңыртылған парк 2020 йылда тапшырыласаҡ.

Өфөнөң Орджоникидзе районында Радий Хәбиров башҡаланың визит картаһы булған «Бейеүсе торналар» фонтанын һәм уның эргәһендәге скверҙа алып барылған төҙөкләндереү эштәрен ҡараны.

Бында Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн йәйәү йөрөү зонаһы ойошторола. Кесе архитектура формалары, эскәмейәләр урынлаштырыласаҡ. Фонтан элекке урынынан сквер яғына күсерелә.

–       Беҙ заманса ял баҡсалары стандартын булдырырға теләйбеҙ. Артабан тотош республика буйынса эште ошо принципта алып барасаҡбыҙ. Заманса материалдар, ҡыҙыҡлы планировка, хәүефһеҙлек, күп функциялыҡ һәм мотлаҡ халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалыу, – тине Радий Хәбиров.  


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA