Өфөлә ҡала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте

28 августа Өфө ҡалаһында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте. Быйылғы кәңәшмәнең темаһы  - «Сифатлы белем – социаль яуаплы арауығы: ысынбарлыҡ, заман талаптары, перспективалар».

28 августа Өфө ҡалаһында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте. Быйылғы кәңәшмәнең темаһы  - «Сифатлы белем – социаль яуаплы арауығы: ысынбарлыҡ, заман талаптары, перспективалар».

Сараның беренсе өлөшөндә - стратегик сессиялар бүлегендә, мәғарифтың технологияһын һәм йөкмәткеһен яңыртыу, кадрҙар потенциалын үҫтереү, балалар өсөн иртә үҫтереү шарттарын булдырыу, профилле уҡытыу, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең мәктәп тормошонда ҡатнашыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

Пленар ултырышында Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Мәскәү белемле кадрҙар потенциалын үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Татьяна Новикова докладтар менән сығыш яһанылар.

- Ҡаланың мәғариф системаһында 399 муниципаль белем биреү ойошмалары эшләп килә. Һеҙҙең алдығыҙҙа, хөрмәтле коллегалар, яуаплы миссия – дөйөм белем биреүҙе яңы кимәлгә сығарыу, - тип билдәләне Өлфәт Мостафин, кәңәшмәнең пленар өлөшөн асып.

- Форсат менән файҙаланып, һеҙгә, Айбулат Вәкил улы, мөрәжәғәт итәм. Һеҙ белем биреү ойошмаларының һанын арттырыу кәрәклеген аңлайһығыҙ. Беҙ йыл һайын яңы мәктәптәр, балалар баҡсаларын төҙөргә тейешбеҙ. Дөйөм алғанда, Өфө буйынса 35-тән ашыу мәктәп һәм 42 балалар баҡсаһы төҙөргә һәм реконструкцияларға кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Шулай уҡ үҙенең сығышында Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажинға мәғариф ойошмаларының территорияһын төҙөкләндереү, асфальт япмаһын яңыртыу, яңы спорт майҙансыҡтарын урынлаштырыу буйынса республика программаһын булдырырға тәҡдим итте.

«Мәғариф» милли проектының муниципаль кимәлдә тормошҡа ашырылыу стратегияһы» исемле төп доклад менән Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова сығыш яһаны.

Бынан тыш, кәңәшмә сиктәрендә эксперттар стратегик сессиялар эштәренең һөҙөмтәләре менән сығыш яһаны, муниципаль методик хеҙмәтенең форматын яңыртыу мәсьәләһе ҡаралды, уҡытыусының оҫталығын өҙлөкһөҙ арттырыу системаһын булдырыу һәм мәктәп – ата-әсә – уҡыусы үҙ-ара бәйләнеше мәсьәләләре тикшерелде.

Август кәңәшмәһе иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA