Өфө халҡын «Һайла, Өфө!» фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы «Һайла, Өфө!» фотоконкурсын иғлан итә.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе һәр кеше биш текә приздың береһен ота ала. Төп бүләк — iPhone XS, шулай уҡ приз фондында: iPad, смарт-Apple Watch сәғәте, портатив аккумулятор һәм смарт телевизор.

Әлеге ижтимағи инициативаны ҡаланың сауҙа ойошмалары актив хупланылар һәм рәсми партнер-спонсорҙар булып сығыш яһанылар. Улар араһында «Лукошко» магазиндары селтәре, «Лисичкин хлеб» пекарнялары, 21-се икмәк заводы, Өфө ҡалаһының эшҡыуарҙар Союзы һәм «Ярмарка» магазиндар селтәре бар.

Конкурста ҡатнашыу өсөн «ВКонтакте» рәсми төркөмөнән иғланға репост эшләргә кәрәк.

Шулай уҡ 8 сентябрь көнө үҙегеҙҙең һайлау участкағыҙҙа тауыш биреүегеҙҙе фотоға төшөрөп, уны шул көндө сәғәт иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем #ВыбирайУфа, #АйдаВыбирайУфа  хештегтарын ҡулланып профилегеҙгә беркетеп ҡуйыу мотлаҡ.

Фотоконкурс һөҙөмтәләре 10 сентябрҙә «ВКонтакте» социаль селтәрендә конкурстың рәсми төркөмөнең тура эфирында яһаласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте һылтанма буйынса табырға мөмкин.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA