29 август Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге пенсия алды һәм пенсия йәшендәге граждандарҙы вакансиялар йәрминкәһенә саҡыра.
Йәрминкәлә охранник, горничные, дворник, курьер, кондуктор, аш-һыу эшселәре, ашнаҡсы, етештереү һәм хеҙмәт бинаһы эшсеһе, расклейщик, балта оҫтаһы, ярҙамсы эшселәр, слесарь-сантехниктар, электриктар кеүек вакансиялар тәҡдим ителәсәк.
Йәрминкәгә килеүселәр мәшғүллек өлкәһендәге бөтә спектр хеҙмәтләндереү эше менән файҙалана алалар. Улар араһында -профессиональ ориентация буйынса компьютер диагностика һәм консультация, һөнәргә өйрәнеү, хоҡуҡи мәсьәләләр, хеҙмәт баҙарының торошо тураһында мәғлүмәт.
Үткәреү урыны һәм ваҡыты: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1, сәғәт 10.00-дан 12.00-гә тиклем.