20.08.2019
4504
Участка һайлау комиссиялары быйыл 28 августан 7 сентябргә тиклем көн һайын отпуск, командировка һәм башҡа етди сәбәптәр арҡаһында ваҡытынан алдан һайларға теләүселәр өсөн ошо мөмкинлекте булдыра һәм ғаризалар ҡабул итеүҙе ойоштора. Граждандар өсөн бындай мөмкинлек «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында»ғы 67-се Федераль закондың 65-се статьяһында теркәлгән.
Өфө ҡалаһы ҡала округы Советына дүртенсе саҡырылыш депутаттарын алдан һайлауҙы Ленин районының 170-175-се, 179-сы, 186-сы, 188-191-се, 193-206-сы, 3509-сы һайлау участоктарының участка һайлау комиссиялары ойоштора. Улар һайлаусыларҙы эш көндәрендә көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 8-гә, ә ял һәм байрам көндәрендә иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем ҡабул итә.
Бәйләнеш өсөн телефондар: 273-98-01, 273-98-08 – Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала биләмәһенең Ленин районы буйынса участка һайлау комиссияһы.