Физкультурниктар көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Физкультурниктар көнө менән!

Хөрмәтле спортсылар, физик культура өлкәһе хеҙмәткәрҙәре,

ветерандар һәм спорт яратыусылар!

Ихлас күңелдән һеҙҙе физкультурниктар көнө менән ҡотлайым!

Өфөлә спорт үҫешенә һәм даими физик культура менән шөғөлләнеүгә төрлө йәштәге кешеләрҙе йәлеп итеү эшенә ҙур иғтибар бүленә. Бөгөнгө көндә тормошҡа ашырылған ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү программалары сиктәрендә спорт ҡоролмаларын уңайлы файҙаланыу маҡсатында сертификацияланған майҙансыҡтар төҙөү ҡаралған.

Йыл һайын Өфөлә район кимәленән  халыҡ-ара кимәленә тиклем бер нисә мең сара үткәрелә. Быйылғы иң ҙур ваҡиға – 53-сө Халыҡ-ара балалар уйыны. Ғәмәлдә балалар олимпиадаһы тип һаналған был сара йәш спортсыларға ҙур еңеүҙәргә табан әһәмиәтле аҙымдар эшләргә ярҙам итте.

Халыҡ-ара балалар уйындарының ярты быуатлыҡ тарихында Өфө ҡалаһы – ҡышҡы һәм йәйге бәйгеләрҙе ҡабул иткән беренсе ҡала.

Баш ҡалабыҙҙың бөгөнгө көндә спорт хәрәкәтенең иң ҙур үҙәктәренең береһенә әйләнеүе  –  физик культура хәрәкәте энтузиастарының, үҙ эшенә тоғро ҡалған ойоштороусыларҙың һәм төрлө спорт ареналарында Өфө  намыҫын лайыҡлы яҡлаған спортсыларҙың  оло ҡаҙанышы ул.

Ҡаланың спорт мәктәптәрендә  25 меңдән ашыу балаға 100 ашыу спорт төрҙәре өйрәтелә. Дөйөм алғанда, физик культура һәм спорт менән 440 меңдән ашыу ҡала халҡы шөғөлләнә.

Өфө Рәсәйҙең ҙур спорт ҡалаһы булып тора. Беҙҙең татыу команда спорт, сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер яҡлы!
Байрам уңайынан физик культура өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар, ҡала һәм республика мәнфәғәтенә  яңы еңеүҙәр теләйем!



Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округы
 
хакимиәте башлығы                                                           Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA