Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле хәрби десантсылар һәм ветерандар!

Ҡәҙерле өфөлөләр!

Һеҙҙе Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Киләһе йылда һауа-десант ғаскәрҙәренең 90 йыллығы билдәләнәсәк. Яҡынса бер быуат эсендә һауа-десант ғәскәрҙәре беренсе аҙ һанлы отрядтарҙан хәҙерге заман һәм мобиль ғәскәрҙәргә тиклем оҙайлы юл үтте.

Десантсыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары, бурысҡа һәм антҡа тоғролоғо быға асыҡ миҫал. Хәҙерге заманда, оператив һәм тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса операциялар үткәргәндә, «зәңгәр береттар» етәкселек тарафынан ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәй һәм хаҡлы рәүештә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең элиталы бүлексәләре тип һанала.

Беҙҙең ҡалала Һауа-десант ғәскәрҙәренә айырым мөнәсәбәт. Беҙ Чечняла һәм Югославияла хеҙмәт иткән – парашют-десант полк менән һәм мотоуҡсылар бригадаһы менән етәкселек иткән, Грозный өсөн алыштарҙа һәм Гудерместы азат итеүҙә ҡатнашҡан Рәсәй Геройы генерал-майор, Өфө егете Сергей Заһит улы Тулиндың батырлығы хаҡында яҡшы беләбеҙ.

Өфө халҡы яҡташ-десантсыларҙы Рәсәй Геройҙары Александр Доставаловтың һәм Артур Ҡорбанғәлиевтың изге хәтерен һаҡлай. Өфөлә Доставаловтың исеме Еңеү паркындағы һәйкәлгә яҙылған.  Артур Ҡорбанғәлиев бала сағында йәшәгән Өфөләге Урман проездындағы йортҡа хәтер таҡтаһы урынлаштырылған.

Бөгөнгө десантсылар, ветерандар ҡалабыҙҙың именлеге һәм хәүефһеҙлегенә, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса үҙҙәренең өлөшөн индерә. Ватанды буласаҡ яҡлаусыларға хәрби антҡа тоғролоҡ, бер-береңә ярҙам итеү, хәрби дуҫлыҡ йолаларының сағыу миҫал өлгөләре  булып тора.

Үҙ тормошон Һауа-десант ғәскәрҙәре менән бәйләгәндәргә ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк, Ватаныбыҙ хаҡына яңы уңыштар теләйем!

 

Башҡортостан Республикаһының

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                      Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA