«Хәләл Ҡорбан Fest» фестиваленә саҡырабыҙ

11 августа «Башкирия» лайфстайл үҙәге алдында һәм «Ватан» этно-паркы биләмәһендә «Ҡорбан Хәләл Fest» республика байрамы үтәсәк.

«Хәләл Ҡорбан Fest» фестиваленә саҡырабыҙ

11 августа «Башкирия» лайфстайл үҙәге алдында һәм «Ватан» этно-паркы биләмәһендә «Ҡорбан Хәләл Fest» республика байрамы үтәсәк.

Сара рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, сәләмәт тормош образын популяризациялау, экстремизмды иҫкәртеү, туғандаш милләттәр һәм конфессиялар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу маҡсаты менән ойошторола.

Фестивалдең ойоштороусылары - «Деловой клуб Ферзь» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, «Салям»  Хәйриә фонды, Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһы, Рәсәй мосолмандары үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Дини идаралығы.

Байрамға килеүселәргә бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Сарала көрәш, волейбол, уҡтан атыу, регби, пейнтбол буйынса ярыштар үткәреләсәк. Фестиваль башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм республиканың ижади коллективтар ҡатнашлығында концерт менән дауам ителәсәк. Байрамда бар ҡунаҡтарҙы былау көтә.

Байрам дауамында хәләл индустрияһының иң яҡшы етештереүселәр тәҡдим иткән хәләл-йәрминкә эшләйәсәк.

Үткәреү урыны һәм ваҡыты: «Ватан» этно-паркы биләмәһендә (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2а) сәғәт 11.00 алып 16.00 тиклем; «Башкирия» лайфстайл үҙәге алдында (Менделеев урамы, 205а) сәғәт 11.00 алып 15.00 тиклем.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA