Өфөлә 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһы үтте

13 июлдә «Ватан» этно-паркында 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһы үтте.

13 июлдә «Ватан» этно-паркында 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһы үтте.

Тантана Салауат Юлаев майҙанынан «Ватан» этно-паркына тиклем спорт делегацияларының йөрөшө менән башланды.

Парадта планетаның төрлө яҡтарынан килгән Австралия, Австрия, Канада, Ҡытай, Хорватия, Чехия, Англия, Эстония, Германия, Греция, Венгрия, Голландия, Ирландия, Израиль, Кения, Литва, Мексика, Черногорие, Польша, Румыния, Словакия, Словения, Көньяҡ Корея, Швеция, Швейцария, Ҡытай Тайбэйы, Тайланд, Төркиә һәм Рәсәй командалары ҡатнашты.

53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең матур һәм онотолмаҫлыҡ сығыштары менән «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле шатландырҙы.

Шулай уҡ, тамашасыларға спорт форумының видеохронологияһын күрһәттеләр.

Сара барышында йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарының хужаһы исеме венгер ҡалаһы Кечкеметҡа тапшырылды.

Тантаналы рәүештә уйындарҙың флагы һәм факелы тапшырылғас, Торстен Раш һәм Өлфәт Мостафин 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыҡ тип иғлан иттеләр.

Сара республикала тыуып-үҫкән башҡорт эстрадаһы йондоҙо Элвин Грей (Радик Юльяҡшин) һәм Рәсәйҙең танылған диджее Леонид Руденконың сығыштары менән дауам итте.

53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһы матур салют менән тамамланды.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA