Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башланы

28 июндә Өфөлә, «Торатау» конгрес-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башланы.

28 июндә Өфөлә, «Торатау» конгрес-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башланы.

Бында 500-ҙән ашыу Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй субъекттарынан һәм башҡа АҠШ, Швейцария, Голландия, Монако, Израиль, Латвия кеүек илдәрҙән делегат ҡатнаша.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының көн тәртибендәге иң мөһим мәсьәлә булып Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының концепцияһын раҫлау торҙо. Бынан тыш, халыҡ тормошоноң хәҙерге осорҙағы төп йүнәлештәренә баһа бирелде һәм аныҡ проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса мөрәжәғәттәр эшләнде.

Пленар ултырыштан һуң түбәндәге темалар буйынса һигеҙ секция эшләне: белем биреү һәм кадрҙар, башҡорт теле, тарих һәм милли кемлек, демография һәм һаулыҡ һаҡлау, медиа һәм киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт һәм сәнғәт, бизнес һәм кооперация, төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе башҡорттар.

Йыйындың һуңғы көнө Ишембай районында Торатау итәгендә үтәсәк, унда делегаттар «Торатау йыйыны» республика фольклор байрамында ҡатнашасаҡ. Уның сиктәрендә Ҡоролтайҙың яңы башҡарма комитеты ултырышын һәм стратегияны тормошҡа ашырыу буйынса киң эшсе төркөмдәренең йыйлышын үткәреү ҡарала.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA