09.04.2019
2128
9 апрель Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов Камышлы урамында төҙөлгән спорт әҙерлеге үҙәгендә оператив кәңәшмә үткәрҙе. Осрашыуҙа объекттың кураторы Валентина Подрядова, Башҡортостан Республикаһы капиталь төҙөлөш идаралығының төҙөлөш һәм реконструкция буйынса начальник урынбаҫары Николай Приданников, ООО «Система» директоры Артем Манушков, Өфө ҡалаһы ҡала округы Ленин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Флүр Ғәниев һәм башҡалар ҡатнаштылар.
Ҡәңәшмә барышында социаль яҡтан әһәмиәтле объектты эксплуатацияға индереү, ҡайһы бер эштәрҙе тиҙләтеү һымаҡ һорауҙар ҡаралды.
Шулай уҡ, Олег Александрович иғтибарҙы территорияны таҙартыу һәм йәшелләндереү темаларына йүнәлтте: 27 апрель «Йәшел Башкирия» акция сиктәрендә киң газондарҙа ылыҫлы тоҡом ағастарын ултәртәрға тәҡдим итте.
Хәҙерге ваҡытта спорт әҙерлеге үҙәгенең төҙөлөш площадкаһында төҙөкләндереү эштәре тамамланыу этабында.