Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына әҙерлек

27 мартта Калинин районында башкорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конференцияһы үтте.
27 мартта Калинин районында башкорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конференцияһы үтте. Ул 11-12 апрелдә үтәсәк I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезына әҙерлек сиктәрендә уҙғарылды. Конференцияла Калинин районы Хакимиәтенең гуманитар һорауҙар һәм мәғариф буйынса наяальнигы Л.В. Бочкарёва ҡатнашты.Ул райондағы милли мәғарифтың торошо буйынса доклад менән сығыш яһаны. Конференцияның ҡунағы Өфө ҡалаһы Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Р.Ш. Иҫәнов туған телде, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙең мөһимлеге тураһында телмәр тотто. Конференцияла ҡатнашыусылар башҡорт телен үстереү, һаҡлау буйынса проблемаларҙы уртаға һалып һөйләште, милли мәғарифтың үҫеш юлдарын билдәләне. Конференция аҙағында резолюцияға индереү өсөн тәҡдимдәр ҡабул ителде һәм I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте укытыусылары съезына делегаттар һайланды.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA