Баш ҡаланың Киров районында юлдар төҙөкләндереү дауам итә

Һәр кемдең баш ҡала юлдарындағы хәүефле урындар тураһында хәбәр итеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн Баш ҡала Хакимиәте сайтында эшләп килгән Интерактив карта сервисын файҙаланырға була.
Яҙ көнө тәүлек температура айырмалары, ирегән ҡар һыуҙары һәм тығыҙ автомобиль хәрәкәте баш ҡала юлдарына аяуһыҙ. Юлдарҙа соҡорҙар һәм емереклектәр барлыҡҡа килә. Соҡорҙарға асфальт һылып сығыу – сезон алмашынған осорҙағы ваҡытлыса сара. Һәр кемдең баш ҡала юлдарындағы хәүефле урындар тураһында хәбәр итеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн Баш ҡала Хакимиәте сайтында эшләп килгән Интерактив карта сервисын файҙаланырға була. Үткән аҙнала Киров районы биләмәһендәге 53 соҡор тураһында хәбәр алынған. Был хәбәрҙәр буйынса 26 урында ремонт эштәре башҡарылған да инде. 14 соҡорҙо райондың коммуналь хужалығы эшсәндәре тиҙ арала ямарға тейеш. Пугачев, Зәки Вәлиди, Киров, Мөбәрәков урамдарындағы соҡорҙар ремонтланған. Автомобиль хәрәкәтен туҡтатмаҫ өсөн бар эштәр ҙә төнөн башҡарыла.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA