9 февралдә Өфөлә ит йәрминкәләре ойоштороласаҡ. Ҡала халҡының республика етештереүселәренән сифатлы һәм саф продукция һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Йәрминкәләр киләһе адрестар буйынса үтәсәк:
- Әхмәтов урамы буйлап «Тулҡын» скверы янындағы майҙанда, Ленин районы;
- Спорт һарайы майҙанында (Р. Зорге урамы, 41), Октябрь районы;
- Беренсе Май урамы, 14, С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Орджоникидзе районы;
- Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21, Йәштәр һарайы майҙанында, Совет районы.
Республика ауыл хужалығы етештереүселәрен йәрминкәләрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Эш ваҡыты иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем.
Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йәрминкәләргә саҡырабыҙ.