29.10.2018
929
Һауа шарттары үҙгәреү сәбәпле, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсәндәре өсөн көсөргәнешле эш осоро башланды. Иртә менән эшкә ашыҡҡан ҡала халҡына ҡатмарлыҡ тыуҙырмаҫ өсөн юл таҙартыу эштәре күпселек төнгө сәғәттәрҙә башҡарыла.
Әлеге ваҡытта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары төҙөкләндереү эштәрен әүҙем башҡара. Тротуарҙар, йәйәүлеләр өсөн юлдар иғтибар үҙәгендә. Улар ҡарҙан, бысраҡтан, ҡойолған япраҡтан таҙартыла.