01.09.2018
2275
Бөгөн 1-се һанлы мәктәбенең техник асылыу сараһы уҙҙы.
Ике бинанан торған 1-се һанлы мәктәбенең төҙөлөш һәм реконструкция эштәре 2017 йылдың июнь башында башланды. Мәктәп биналарының береһе ике ҡатлы, 1951 йылда төҙөлгән һәм БашНИИстрой тарафынан аварий хәлдә тип табылды. Ул 2009 йылдан алып буш торҙо. Уҡыусылар күрше торған биш ҡатлы бинала уҡыуҙарын дауам итәләр ине. Ә үткән уҡыу йылын бөтөнләй 2-се һанлы Башҡорт лицейында уҡып сыҡтылар.
Мәктәптең яңы бинаһы иҫкеһенең урынында ҡалҡып сыҡты. Яңы бинаның төҙөлөшө менән бер рәттән биш ҡатлы бинаһының рекострукцияһы эштәре барҙы.
Әйткәндәй, «100 йыллыҡҡа йөҙ объект» республика проектының исемлегенә ингән 1-се һанлы мәктәп яңы статусҡа күсеп, «лицей»ға әйләнде. 1-се һанлы лицей уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен Республика көнөндә асасаҡ. Яңы уҡыу йорто үҙенә 775 бала һыйҙыра ала. Бөгөнгө уҡыусылар һаны менән сағыштырғанда, был һан ике тапҡырға ҙурыраҡ. Ҡаланың актив үҫешенә ҡарағанда был бик актуаль күренеш.
Балалар өҫтәлмә дәрестәрен мәктәптән сыҡмай өйрәнә ала. Йөкмәткеле уҡыу процессы өсөн ике спорт залы, ритмика һәм хореография залдары, китапхана – мәғлүмәт үҙәге, 315 урынлы актовый залы һәм башҡа бүлмәләр булдырылған.