02.08.2018
1280
Өфө ҡалаһы халҡының һәм ҡунаҡтарының республикабыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышыу мөмкинселектәре бар. 2018 йылдың 12 июненән И. Яҡутов исемендәге паркында «Тирмәләр ҡаласығы» уникаль этно-проекты эшләп килә.
Ете тирмәлә заманса һәм традицион милли кейем, ҡурай, ҡумыҙ һәм тәбиғи таштан эшләнгән биҙәүес әйберҙәре тәҡдим ителгән. Башҡорт ашамлыҡтарынан һәм эсемлектәренән ауыҙ итергә мөмкин: буҙа, ҡымыҙ, сәк-сәк, бал.
«Беҙҙең төп маҡсат – килгән ҡунаҡтарҙы республика халҡының йолалары менән таныштырыу, башҡорт традицион биҙәүестәрен, аш-һыуҙарын пропагандалау. Бында традицион этник күлдәк, тәбиғи таш ҡулланылған боронғо биҙәүестәр күрһәтелгән. Беҙҙең тирмәләрҙе Ҡытай Республикаһынан, Польша, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй ҡалаларынан ҡунаҡтар килеп күргәне бар», - тип һөйләне проект етәксеһе Айгөл Иҙелбаева.
Һәр шаршамбы паркка килеүселәр өсөн «киске уйын», шиғри кисәләр үткәрелә. 19 августа ойоштороусылар «КымыҙFest» үткәрергә планлаштырғандар.
«Тирмәләр ҡаласығын» 11.00-21.00 сәғәттә август аҙағына тиклем килеп ҡарарға мөмкин.