26 мая Өфөлә мәктәп тормошон тамамлауға арналған иң ҙур бейеү байрамы ойошторолдо. Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм Өфө халҡы алдында мәктәп, гимназияларҙың һәм лицейҙарҙың биш меңгә яҡын сығарылыш синыф уҡыусылары парлашып Совет майҙанына үтте, унда полонез, мәктәп вальсы, бранль, әйлән-бәйлән уйындары, рок-н-ролл һәм флешданс башҡарҙы. Быйыл Өфө уҡыусыларына Өфө районы мәктәптәренең сығарылыш синыф уҡыусылары ла ҡушылды.
Тәбрикләү һүҙе менән йыйылыусылар алдында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов сығыш яһаны.