21.04.2018
652
Бөгөн, 20 апрелдә, 13- сө модель китапханала һәләтле өлкән быуын кешеләренең «Мин яратам һине, тормош!»республика фестиваленең һайлап алыу туры үткәрелә. Фестивалдә ҡатнашырға айырым башҡарыусылар, дуэттар, ғаилә, үҙешмәкәр ижады коллективтар, ансамблдәр, хорҙар ғариза биргән . Сараны үткәреүҙең маҡсаты - өлкән быуын кешеләренең ижади мөмкинлектәрен асыу, уларҙың хәҙерге социаль тормошҡа тулыраҡ яраҡлашыуына булышлыҡ итеү ине. Жюри составында: «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе Иксанова Нафирә, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең вокал төркөмө балетмейстеры Голубкина Елена, Өфө ҡала хакимиәте белгесе Лилиә Александрова.
Был сара йыр, бейеү, инструменталь башҡарыу һәм нәфис һүҙ менән һуғарылып барҙы. Жюри һәм тамашасыларға артистар ғына түгел, ә сәхнәгә яңы ғына сыға башлаған апай – ағайҙар үҙ һәләттәрен күрһәтте.Төрлө телдәрҙә матур йырҙар яңғыраны, кемдер һыҙҙырып гармунда уйнаны,кемдер тасуири итеп шиғыр һөйләне,кемдер өҙҙөрә баҫып бейене. Шулай итеп ,фестиваль үҙ маҡсатына иреште,халыҡҡа бик ныҡ оҡшаны!