Санк-Петербург ҡалаһында 27 сентябрҙан 2 октябрға тиклем Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған – VIII Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһы үткән. Унда рәсәйҙең 77 төбәгенән 720 кеше ҡатнашҡан. Беҙҙең яҡташтар көсөргәнешле ярышта турнир хужаларына ғына бирешеп, лайыҡлы 2 урын алдылар.
Спартакиаданың финалына эләгеү еңелдәрҙән булмаған. Санкт-Петербургка сығыр алдынан, Рәсәй буйынса, йәй буйына 75 меңдән ашыу пенсионерҙар үҙ–ара көс һынашҡан.
Ярыш мәлендә Башҡортостан спортсмендары еңел атлетикала, эстафеталарҙа, йөҙөүҙә, өҫтәл теннисында, пуля менән атыуҙа, шахматта, дартста һәм волейболда үҙҙәрен бик яҡшы яҡтан күрһәткән.
Николай Ярославцев – беҙҙең еңеүселәрҙең урын алып ҡайтыуында ҙур урын алып торған кеше. Ул Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм Орджоникидзе районының Ветерандар советы рәйесе. Уның ярҙамы менән команда төбәк һайлап алыу ярыштарынан, көсөргәнешле финалдан, туп-тура еңеүселәр пьедесталына мендерә.