Иң мөһиме ышаныстарҙы аҡлау

Орджоникидзе районында халыҡ һайлаған Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына статус тураһында танытмала бирелде.

Республика халҡы 10 сентябрь Башҡортостан Республикаһы VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайына депутаттар һайланы.

859 кандидат араһында иң лайыҡлы 110 мандатты халыҡ тауыш биреп билдәләне. Орджоникидзе районында бер мандатлы округ һайлауҙары буйынса Руфина Шаһапова менән Салауат Харасов  күпселек тауыш алды. 14 сентябрҙә район хәкимиәтендә территориаль һайлау комиссияһы ултырышында уларға тантаналы рәүештә танытма (таныҡлыҡ) бирелде.

Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Андрей Кузнецов депутаттырға эштәрендә уңыштар теләп документтарҙы тапшырҙы.

“Депутат дәрәжәһе ҙур яуаплылыҡ. Районда, ҡалала, республикала йәшәүселәр алдында яуаплыһығыҙ, — тине район хәкимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зәкир Гиләзов. – Хәҙер һеҙҙең төп бурысығыҙ — уларҙың ышанысын аҡлау.”

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, VII саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай составына 110 депутат инә. Тулы исемлек менән бында танышырға мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー