«Новатор» балалар ижады йортонда «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларының ҡала, Төбәк-ара йәш сәсәндәр конкурсы этабы үтте. Унда 50-гә яҡын бала һәм Өфө ҡалаһы дөйөм белем биреү учреждениеларының фольклор коллективтары, уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Быйылғы йәш сәсәндәр конкурсы 25-се тапҡыр үткәрелә. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Өфө ҡалаһы Мәғариф идаралағы үткәрә.
Орджоникидзе районында башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау, үҫтереү буйынса даими эште мәктәп, мәктәпкәсә белем биреү һәм башҡорт йәкшәмбе мәктәбе алып бара.
Орджоникидзе районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе Мәрфүғә Сәләхетдин ҡыҙы әйтеүенсә, үҫеп килгән быуын араһында ошондай мәҙәни форумдар үткәреү – сәсәндәр мәктәбен үҫтереүгә булышлыҡ итә, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.
Жюри ағзалары составында билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәева, шулай уҡ филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббитдинова йәш сәсәндәрҙең сығыштарын юғары баһаланы.
Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнде: «Эпосты яңғыҙ башҡарыу», «Өҙөктө сәхнәләштереү» һәм «Урал батыр» эпосы буйынса һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсы». Орджоникидзе районынан алты ҡатнашыусы лауреат исеменә лайыҡ булды. Конкурс еңеүселәре август айында үтәсәк республика этабында ҡатнашасаҡтар.
Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!