“ Заман” Республика йәштәр медиафорумы уҙғарыласаҡ

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы Ҡала округы  муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы “ 48-се башҡорт лицейы” һәм “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт йорто  тарафынан ойошторолған “ Заман” Республика йәштәр медиафорумы уҙғарыласаҡ. Сараның учредителдәре булып фән һәм мәғариф Министрлығы һәм Өфө ҡалаһы ҡала администрацияһы мәғариф идаралығы тора.

Медиафорум үҙ эсенә оҫталыҡ дәрестәренең, интенсив – семинарҙарҙың ошондай йүнәлештәрен берләштерә:

-Мобиль фото төшөрөү;

- Блогер һөнәре;

- Видеомонтаж нигеҙҙәре;

- Журналистика;

- Медиапроекттар;

- Медиа – финанс һорауҙары.

Оҫталыҡ дәрестәрен режиссер, вертикаль видеомонтаж курсы авторы – Наил Юлгилдин, “ Е7е – media” продакшн төркөмө ағзалары – Әлиә һәм Батыр Ғәлимовтар, фотограф – Айрат Кәмәлетдинов, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы редакторы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты – Татьяна Никитина алып барасаҡ.

Бынан башҡа директор урынбаҫарҙары, өҫтәмә белем биреү педагогтары, балалар медиүҙәктәре етәкселәре өсөн семинар ҡаралған. Һәр медиаүҙәк ағзаһы үҙ тәжрибәһе менән бүлешә ала.

Форум тантаналы рәүештә “48Кадр” медиүҙәген асыу һәм Медиафорум гимнын презетациялау менән асыласаҡ.

“Заман” Республика йәштәр медиафорумы БР башлығы гранты фонды нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

   Медиафорум форматына аҙыраҡ үҙгәрештәр индерелде. Беренсенән, был сараға мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар йәлеп ителһә, икенсенән, форумда хакатон остазлығы ҡаралған. Уларҙың эш һөҙөмтәләре буйынса идеялар питчингы планлаштырылған. Иң яҡшы проекты тормошҡа ашырыу өсөн, финанс ярҙам күрһәтеләсәк.

Форумда төрлө күргәҙмәләр, әүҙемлек майҙансыҡтары эшләйәсәк. Медиафорум медиа – шәхестәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланасаҡ.

Ҡатнашыусыларҙы теркәү өсөн ссылка https://forms.gle/mNNdDnrvYTDoxdYJ7

Медафорумды уҙғарыу ваҡыты: 2023 йыл,  20 апрель. Адресы: Өфө ҡалаһы, Борисоглеб урамы, 17. 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA