Фестиваль яңы йондоҙҙарҙы ҡабыҙҙы

15 март беҙҙең лицейҙа «Биҙәк» Республика милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Был сағыу сара милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни үҙ-ара эш итеүен нығытыу маҡсатында ойошторолдо.

15 март беҙҙең лицейҙа «Биҙәк» Республика милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Был сағыу сара милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни үҙ-ара эш итеүен нығытыу маҡсатында ойошторолдо.
Был сара БР мәғариф һәм фән Министрлығы, БР Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, БР халыҡтар дуҫлығы йорто , Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм Өфө ҡалаһы Ленин районы Хакимиәте ярҙамында үткәрелде. Фестивалде асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты:
Ҡазарғолов Мирхәт Закир улы Өфө ҡалаһының ҡала округының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары;
Трубкулов Вилдан Ринат улы-БР Өфө ҡалаһының ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығының тел сәйәсәте бүлегенең баш белгесе;
Ғайсина Флүзә Фәтҡулла ҡыҙы-Башҡортостан Республикаһының халыҡтар дуҫлығы Йорто директоры.
Биҙәк (Узор) республика милли мәҙәниәттәр фестивале икенсе тапҡыр үткәрелә һәм был сара йолаға әүерелеп килә.
Был фестивалдә 10-14, 15-17 йәшлек балалар ҡатнаштылар. Жюриҙар өс номинация буйынса ҡатнашыусыларҙың сығыштарын ҡаранылар һәм баһаланылар.
Жюри сифатында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары саҡырылдылар. Башҡорт дәүләт филармониеһынан, Өфө «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, "Исток" балалар ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтар дуҫлығы йорто белгестәре.
Фестиваль Башҡортостан Республикаһы халыҡтар дуҫлығы йортонан иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән Министрлығынан ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә дипломдар тапшырыу менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA