Мәрфүғә Сәләхетдин ҡыҙы Мостафина «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булдырған был юғары республика наградаһы һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн тапшырыла.
Был Мәрфүға Сәләхетдин ҡыҙының сираттағы ҡаҙанышы: ул урындағы башҡорттар ҡоролтайын етәкләп кенә ҡалмай, «Умырзая» йәкшәмбе мәктәбе директоры, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре».
Уның бөтә эшмәкәрлеге башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, йәштәрҙе мәҙәни ҡиммәттәргә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Уның уҡыусыларының күбеһе башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған. Мәҙәниәт, телевидение, кино өлкәһендә лә уңышлы эшләйҙәр, төрлө конкурстар еңеүселәре.