8 Март – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамы алдынан «48-се Башҡорт лицейы»нда икенсе тапҡыр «Матурҡай» конкурсы ойошторолдо. Бәйгелә 20 талантлы, әүҙем, ҡыйыу һәм һөйкөмлө ҡыҙ көс һынашты.
Сара саф башҡорт телендә барҙы. Ул башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, бай мәҙәни мираҫты һаҡлауға, шулай уҡ уларға иғтибар һәм ихтирамды арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Ҡатнашыусы ҡыҙҙар был конкурсҡа бер ай дауамында әҙерләнделәр. Бәйге талаптарына ярашлы ошондай оҫталыҡ дәрестәре алып барылды: маңлайса, хәситә, кейемдәргә акрил буяуҙар менән түшелдерек төшөрөү, дефиле, башҡорт бейеүҙәре флешмобы.
Сараның программаһы бай йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс булды, бер нисә этапты үҙ эсенә алды. Уларҙың тәүгеһендә ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырып, яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләнеләр. Бәйгенең артабанғы этаптары барышында жюри ағзалары бәйгеселәрҙең йыр-бейеү, кулинария һәм ижади һәләттәрен баһаланылар. Гүзәл заттарыбыҙ күкрәк биҙәүестәрен тағып күрһәткән дефиле лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Кулинария этабында ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән бешерелгән төрлө милли ризыҡтар тәҡдим итте.
«Матурҡай» конкурсы һөҙөмтәләре буйынса: 1-5 кластар араһында Гран – при – Илүзә Мырҙағилдина, 1-се урын – Сабина Хәсәнова, 2-се урын – Яҙгөл Ғәләүетдинова, 3-сө урын – Ләйлә Ғәлләмова, 6-11 кластар араһында Гран – при – Сабина Вәлиуллина, 1-се урын – Әлиә Миһранова, 2-се урын – Вилена Ҡолбирҙина, 3-сө урын – Әҙилә Әхмәтйәнова яуланы.
Бәйгенең спонсорҙары: Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев, «Мираҫ» йыр һәм бейеү Ансамбле директоры Байрас Ишбирҙин, «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт йорто директоры Шәһит Мифтахетдинов.
Гүзәл ҡыҙҙарыбыҙҙы оло еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан тормошта ла шулай матур, аҡыллы һәм талантлы булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!