23 февралдә Рәсәй Геройы, генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың фажиғәле һәләк булыуына 80 йыл тула. Ошо иҫтәлекле көн алдынан Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы башҡорттары ҡоролтайы Геройҙың яҡты рухына арналған ҡышҡы уйындар үткәрҙе.
Спорт-патриотик сара батырҙарыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимов, Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов), Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә һәм Муса Гәрәев ҡәберенә сәскә һалыуҙан башланды. Район ҡоролтайының әүҙем ағзаһы Нурзиә Хәсәнова геройҙарҙың тормошо һәм батырлыҡтары хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Мәрфуға Мостафина билдәләүенсә, бөгөн ватандаштарыбыҙға илдең хаҡ тарихын һәм еңеүсе атай-олатайҙар өсөн ғорурлыҡ тойғоһон һаҡлау һәм йәш быуынға тапшырыу эшендә берләшеү мөһим.
- Был спорт-патриотик сараның Орджоникидзе районының йәш ғаиләләре башланғысы менән үткәрелеүе ҡыуаныслы, - тине Мәрфуға Сәләхетдин ҡыҙы.- Башҡа райондарҙың ҡоролтайҙары ла балалар һәм өлкәндәр өсөн ошондай саралар үткәрер тип өмөт итәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы, унда ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ, был ауыр йылдарҙа йәшәгән туғандарыбыҙ тураһында һөйләшеү рухты нығыта, балаларҙың хәтеренә уйыла бара.
Ҡышҡы уйындар барышында командалар арҡан тартышыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, санала йөрөү буйынса ярышты.
Артабан район ҡоролтайының әүҙемселәре Республика Хәрби Дан музейында булды, унда Еңеү, тарих, ата-бабаларыбыҙға ихтирам һәм рәхмәт тойғоһо хакимлыҡ итә.
Орджоникидзе районы ҡоролтайында әйтеүҙәренсә, патриотик йүнәлештәге саралар дауам итәсәк.