«Герой партаҺы» - ғорурланыуҙың сәбәбе

Бөгөн, 16 февралдә, Ғәли Ибраһимов исемендәге «2- се Башҡорт лицей»ында бөтә Рәсәй белем биреү «Герой партаһы» проекты асылды.

Бөгөн, 16 февралдә, Ғәли Ибраһимов исемендәге «2- се Башҡорт лицей»ында бөтә Рәсәй белем биреү «Герой партаһы» проекты асылды.

«Герой партаһы» - уҡыусының өҫтәле, унда геройҙың фотоһы, биографияһы һәм ҡаҙаныштары урынлаштырылған. Ошо парта алдында ултырыу хоҡуғы уҡыусыларҙың яҡшы уҡыуы, һәм лицейҙың тормошонда актив ҡатнашыуы өсөн бирелә. «2-се Башҡорт лицей»ында совет хәрби начальнигы, 112-се командир Башҡорт кавалерия дивизияһы, генерал майор, Рәсәй федерацияһы геройы Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа бағышланған Герой партаһы асылды.

Мөһим ваҡиғаға, айҡанлы сараға түбәндәге ҡунаҡтар килде: Өфө ҡалаһы Ленин районы Хакимиәт Башлығы Мирхәт Ҡаҙарғолов, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың махсус хәрби операцияһында ҡаинашыусы Эдуард Габдрахманов. Башҡортостан Республикаһының "Башҡорт хәрби хәрәкәттәренең Ветерандар Союзы» төбәк-йәмәғәт ойошмалары рәйесе, Луганск республикаһына гуманитар ярҙам конвойҙары ойоштороусыһы, дуҫлыҡ ордены кавалеры, Афган һәм Чечен һуғышында ҡатнашыусы Тимерйән Рәжәпов.

«Генерал - майор, Рәсәй федерацияһы геройы Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа "Герой партаһын" асыу тантанаһы - мәктәптең тормошонда бик әһәмиәтле ваҡиға. Илебеҙҙең лайыҡлы патриоттары булыуығыҙҙы теләйем,» - тип билдәләне Мирхәт Ҡаҙарғолов.

Эдуард Ғабдрахманов бөтә уҡыусыларға Ватанды һаҡлаусы һәләк булған батырҙарҙың хөрмәтле эйәрсендәре булыуын теләне.

Ҡунаҡтар өсөн матур концерт ойошторолдо, уҡыусылар "Беҙ Шайморатовсылар" тигән патриотик йыр менән сығыш яһаны.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA