Беҙ быны ла булдырҙыҡ

Өфө ҡалаһы Киров районының 45-се мәктәбендә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары семинар ойошторҙо. 

Өфө ҡалаһы Киров районының 45-се мәктәбендә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары семинар ойошторҙо. Семинар юғары кимәлдә үткәрелде. Ҡатнашыусыларҙы 45-се мәктәптең директоры Рамазанов Раил Рифғәт улы, ҡаланың милли мәғариф методисы Мостаева Рита Марсель ҡыҙы сәләмләне. Райондың туған телдәр методисы Ғәзизова Фирҙәүесә Фәһим ҡыҙы районда алып барылған эштәр һәм семинарҙың программаһы менән таныштырҙы. Киров районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Сәйетова Зөлхизә Фазылғаян ҡыҙы (3-сө гимназия), Ҡотлоева Зөлфирә Ильяс ҡыҙы (119-сы мәктәп), Сағынбек Ильяс Жаркембек улы (9-сы мәктәп) асыҡ дәрестәр,  Хәмитова Светлана Рәис ҡыҙы (19-сы мәктәп), Ләлә Хафиз ҡыҙы Сафина (21-се лицей), Үтәбаева Фәйрүзә Юныс ҡыҙы (Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия), Нафиҡова Фәнгизә Рафаил ҡыҙы (3-сө гимназия) оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Семинар юғары кимәлдә үткәрелде, килгән бар уҡытыусылар ҙа рәхмәт әйтеп,  киләһе көндәрҙә лә осрашыуға теләк белдерҙеләр.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA