Педагогик оҫталыҡ серҙәре

Совет районының И. Хатунцев исемендәге 8-се мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының «Уҡытыусының педагогик оҫталығын күтәреүҙә профессиональ конкурстарҙың роле» темаһына район семинары үтте.

Семинар эшендә башҡорт, татар телдәре уҡытыусылары һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Эльвира Фидаил ҡыҙы Рәхимова ҡатнашты.

Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «Фәнни-мәғлүмәт-методика үҙәге» өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы методисы Аралбаева Юлиә Фәнил ҡыҙы сығыш яһаны.

Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу тәжрибәһе һәм педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты.

«Педагог-тикшеренеүсе», «Педагог-оҫта» конкурстары еңеүсеһе Хәсәнова Эльмира Салауат ҡыҙы үрҙә аталған һөнәри конкурстарҙың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

«Педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға премиялар биреү конкурс»ына әҙерлек тәжрибәһе менән 7-се мәктәп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Заһир ҡыҙы Ғәбитова таныштырҙы.

«Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларына аҡсалата ярҙамға дәғүә итеүгә конкурс» темаһын «Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы» башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бикбаева Лилиә Ғилметдин ҡыҙы яҡтыртты.

Семинарҙың икенсе өлөшө «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәүләт имтиханына әҙерлек»темаһына арналды. Эльвира Фидаил ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса контроль-үлсәү материалдарындағы үҙгәрештәр тураһында бәйән итте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA