Өфө уҡыусыларының "шайморатовсылар" рәтенә ҡабул итеү тантанаһы

Бөгөн, 23 декабрҙә, 2-се Башҡорт лицейының 5-се һәм 6-сы синыф уҡыусылары араһында "шайморатовсылар" рәтенә ҡабул итеү тантанаһы үтте. 
 

Бөгөн, 23 декабрҙә, 2-се Башҡорт лицейының 5-се һәм 6-сы синыф уҡыусылары араһында "шайморатовсылар" рәтенә ҡабул итеү тантанаһы үтте. 
 
Сарала абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты: 
Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары – Мирхәт Ҡаҙарғолов, 
БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты – Галина Ишмөхәмәтова, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән Министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы – Илдус Ҡаһарманов, батырлыҡ ордены һәм Жуков миҙалы менән бүләкләнгән «Позывной Гриф» Руслан, «Башҡортостан» Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы каналы етәксеһе – Ришат Миндияров, 
федераль суд приставтары хеҙмәтенең баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары, баш суд приставы урынбаҫары – Айгөл Климова, Башҡортостан республикаһы буйынса эске эштәр министрлығының шәхси состав менән эшләү буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы –Әсхәт Ғарифуллин, 
полиция майоры, Башҡортостан буйынса Рәсәй гвардияһы "Урал" идаралығының оператив взводы отряды командиры – Николай Тимченко. 
 
- Район һәм ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашырға, баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашырға кәрәк. Ант биреп, һеҙ үҙегеҙ өсөн генә түгел, ә иптәштәрегеҙ өсөн дә яуаплы, - тип билдәләне Мирхәт Зәкир улы. 
 
- Һәр уҡыусы "шайморатовсылар" рәтен тулыландырырға үҙ аллы ҡарар итте. Украинала һәм Луганск өлкәһендә башҡорт яугирҙарын әле булһа ла хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр. Улар хаҡында рәхмәт һүҙҙәрен белдереп иҫкә алалар. Һеҙҙе лә ҡыйыу булыуығыҙҙы, иптәштәрегеҙ һәм дуҫтарығыҙ өсөн ысын һәм тоғро дуҫ булыуығыҙҙы теләйем, - тип билдәләне Галина Ғәзим ҡыҙы. 
 
- Сара ваҡытында күҙ йәштәрем сыҡты һәм йөрәгем тертләне. Барыһына ла һаулыҡ, уңыштар һәм барлыҡ изге теләктәрҙең үтәлеүен теләйем, - тип билдәләне яҙыусы фронтовик Ғәли Ибраһимовтың ҡыҙы Корнилаева Ибраһимова Гүзәл Ғәли ҡыҙы. 
 
Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Русланға (позывной “Гриф”) 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын, 5-се һәм 6-сы синыф уҡыусыларының командирҙарына тапшырыу йөкмәтелде. 
 
Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исеме халыҡ менән тығыҙ бәйләнгән. «Шайморатов - генерал» йыры бөгөнгәсә үҙ ерен яратҡан, илһөйәр кешеләрҙең йөрәгендә йәшәй.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA